top of page

Тәрбиәсе – изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүсе ул.

Тик сәскән орлоҡтарҙан нимә үҫеп сығыр һуң?

Был һорауға бер кем дә яуап бирә алмаҫ.

Бары тик тәрбиәсе генә балаларҙың киләсәге өсөн үҙ өҫтөнә ошо яуаплылыҡты ала.

Белем, тәжрибә, балаларға һөйөү,

уларға ышаныу – илһамлы сәсеүсе орлоҡтары.

Хатта сәсеүсе лә түгел, ә баҡсасы,

сөнки һәр үҫентеһен ихлас тәрбиәләй,

киләсәктә уларҙың шаулар урман булырына

ышана ул!!!

Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең,

Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең

(халыҡ мәҡәле)

2bs8BHqty-I.jpg
bottom of page