top of page
green_frame_ornamented_design.jpg

ПОРТФОЛИО

green_frame_ornamented_design.jpg

Мин-тәрбиәсе.

    Нимә ул бәхетле бала саҡ? Хыялдар,  хыялдар  һәм уларҙың күплеге… Балалыҡ кешелә сәс ағарғансы йәшәй, тиҙәр. Минең иһә һөнәремә һөйөүем бала саҡта уҡ барлыҡҡа  килде. Әхирәттәрем «табиптар», « актрисалар», «һатыусылар»  булып  уйнаһа, мин һәр ваҡыт «уҡытыусы»  була торғайным. Минең уҡытыусым  һәр саҡ иң аҡыллыһы, иң ғәҙеле, иң матуры,  иң яғымлыһы була торғайны.

       Күптән түгел психологик тренингта «Кем мин?» тигән һорауға яуап бирергә тура  килде. Күп  уйлап  тормай «Мин- тәрбиәсе» тип яуап бирҙем. Һәм шул ваҡыт, тәрбиәсе – ул һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше икәнлегенә инандым. Хөкүмәт, йәмғиәт, ә иң тәүҙә - уҡыусылар алдында үҙеңдең яуаплылығыңды тойоу. Бигерәк тә был тойғоларҙы минең кеүек  интернатта эшләгән тәрбиәселәр кисерәлер. Сөнки беҙ күп  ваҡытыбыҙҙы уҡыусылар менән үткәрәбеҙ,  хатта ял көндәрендә лә хәлдәрен белешеп торабыҙ.

       Матур сентябрь айы. Мин лицей-интернатҡа китеп барам. Мине үҙ-ара шау-гөр килеп һөйләшкән  балалар төркөмө уҙып китте. Мин ағастар үҫкән баҡса янынан үтәм. Ағастарҙан талғын ғына япраҡтар ҡойола, һәм күҙ алдына шундай сағыштырыу килә; ҡайын-лицей, ә һәр бер япраҡ-уҡыусы йәки педагог. Улар һәр береһе бер бөтөн ғүмер юлын тәшкил итә.

        Эйе, минең күңелдә шиғри рухлы шәхес йәшәй. Рифма, образ -  минең тормошомдоң айырылғыһыҙ бер өлөшө.Төрлө әҙәби китаптар, образдар аша  мин балаларҙа Тыуған илгә ,телгә һөйөү  тәрбиәләйем.

         Көн һайын миңә уҡыусыларымдың ышаныс менән янған күҙҙәре баға. Минең класымда егерме бер Башҡортостандың киләсәге ултыра. Һәм миңә лә был киләсәктә йәшәргә кәрәк бит әле. Был балалар ниндәй булып үҫеүенә ҡарап, Тыуған илдең генә түгел, минең тормошомдоң да әһәмиәте шунан билдәләнә.

          Ата-әсәләр миңә үҙҙәренең иң ҡәҙерлеһен- балаларын ышанып тапшыра. Әлбиттә, һәр әсәне, һәр атаны үҙенең балаһының нисек уҡыуы, тиҫтерҙәре менән нисек аралашыуы, уҡытыусылар , тәрбиәселәр менән уртаҡ тел таба белеү-белмәүе борсой. Шуның өсөн дә һис шикһеҙ, баланың артабанғы яҙмышы ниндәй булыры уҡытыусынан,тәрбиәсенән, йәғни минән тора.Һис  шикһеҙ ата-әсәнең, баланың ышанысын аҡларға, уҡыусының тормошҡа ҡарата булған яҡты уй-хыялдарын һүндермәҫкә, уларҙы үҫтерергә тейешмен.

         Тәрбиәсе булыу еңелдән түгел. Ул түҙемле, тотанаҡлы булырға тейеш. Педагог, ул актер кеүек, бер образдан икенсеһенә күсә белергә, поезд йөрөткән машинист кеүек, кәйефе ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыһын үҙенең  һөйөүе менән тормош һуҡмағынан етәкләп алып барырға тейеш.

         Ысын тәрбиәсе баланы үтәнән-үтә күрә белә, кәрәк саҡта йыуата, ҡайһы саҡта шелтәләп тә ала.  Яҡшы педагогка уҡыусылар магнитҡа тартылған кеүек һыйынырға тырышалар. 

        Ошо философик фекерләүҙәрҙән, принциптарҙан сығып, мин уҙемдең педагогик йүнәлешемде билдәләйем. Үҙ  телендә иркен һөйләшкән, башҡорт  телен ихтирам иткән, Башҡортостаны менән ғорурланған киләсәк быуын вәкилдәре үҫтереү – минең хыялым. Бала-саҡ  хыялдары тормошҡа ашҡандай, һәр хыял ысынбарлыҡта  үҙ сағылышын тапһын. Бының өсөн тәрбиәсенән тик тырышлыҡ ҡына талап ителә. Кешелә талант – ун процент, ә ҡалған туҡһан проценты- тырышлыҡ һөҙөмтәһе, тиҙәр. Тимәк, тәрбиәсегә бер урында тапанмаҫҡа, ә яңынан-яңы методтар, ысулдар эҙләргә, яңылыҡтан ҡурҡмаҫҡа, инновацион технологияларҙы үҙенең практикаһына индерергә кәрәк. Ә иң мөһиме – педагог бер ваҡытта ла кешелек сифаттарын юғалтмаһын.

  • Ф.И.О.:Салимьянова Закия Тагировна

  • Дата рождения: 05. 02. 1978г.

  • Семейное положение: замужем.

  • mail почта:zakiasal05@gmail.com

  • Образование: высшее, Сибайский педагогический колледж специальность  «Преподавание начальных классов» (1994-1999г.)

  • Башкирский государственный университет, Сибайский институт (филиал) специальность «Учитель начальных классов» (2000-2004г)
    Башкирский государственный университет, Сибайский институт (филиал) профессиональная переподготовка специальность «Дошкольная педагогика и психология»

  • Специальность: "Воспитатель детей дошкольного возраста" 

  • Педагогический стаж: 7 лет

  • Общий стаж работы: 18 лет

 

bottom of page